Урындағы инициативаларҙы бойомға ашырыу проекты буйынса ауыл халҡының дөйөм йыйылышы үтте

29 ноябрь көнө урындағы инициативаларҙы бойомға ашырыу сиктәрендә мәҙәниәт йортонда ауыл халҡының дөйөм йыйылышы үтте. Йыйылышта ҡатнашыусы халыҡ бер тауыштан конкурста ҡатнашабыҙ тигән ҡарар ҡабул итте.

Мәҙәниәт йорто етәксеһе Рәйфә Әхиәт  ҡыҙы,  мәҙәниәт йортоноң ҡыйығын яңынан алыштырыу мөһим икәнлеген белдерҙе. Һорау тауышҡа ҡуйылғандан һуң, халыҡ бер тауыштан булып конкурста “Мәҙәниәт йортоноң ҡыйығын алыштырыу ” исемле проект менән сығырға теләк белдерҙе. Артабан проектҡа республика бюджетынан һораясаҡ субсидия күләменән сығып, халыҡтан һәм спонсорҙарҙан йыйыласаҡ, урындағы бюджеттан бүленәсәк яҡынса сумма күләмдәре билдәләнде.

Йыйылыш аҙағында инициатив төркөм һайланып. Уларға эш пландары аңлатылды. Конкурстан үтеү өсөн тырышырға кәрәклеге еткерелде.

IMG-20191214-WA0000IMG-20191214-WA0002IMG-20191214-WA0001IMG-20191214-WA0000

Запись опубликована в рубрике Без рубрики. Добавьте в закладки постоянную ссылку.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *