25 ғинуар “Баш-һырт” сәфәр үҙәге алдында Һарғая ауылы халҡынын урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһының дөйөм йыйылышы үтте. Урамда үтеүгә ҡарамаҫтан халыҡ күпләп йыйылды. Яр урамын ремонтлау, Байназар утра мәктәбенең Һарғая филиалына спорт кәрәк яраҡтары алыу кеүек тәҡдимдәр булды. Йыйылышта ҡатнашыусылар бер тауыштан Байназар утра мәктәбенең Һарғая филиалына уҡыусылар өсөн спорт кәрәк яраҡтары алыу проектын хупланы. Урындағы башланғыстарҙы хуплау проектында еңеп сығырбыҙ тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Запись опубликована в рубрике Без рубрики. Добавьте в закладки постоянную ссылку.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *