Ҡолғана ауыл биләмәһендә урындағы инициативаларҙы күтәрмәләү программаһы буйынса дөйөм йыйылышҡа тиклемге йыйылыштар үткәреү дауам итә. 16 ноябрь көнө үткәрелгән йыйылышта ауыл хакимиәте башлығы Илшат Мөхәмәт улы халыҡҡа тағы бер тапҡыр был программаның әһәмиәтен аңлатты.
Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре дөйөм йыйылышта күтәреләсәк һорауҙар иҫәбенә мәҙәниәт йортоноң ҡыйығын яңынан алыштырыуға ремонт үткәреүҙе индерәсәктәрен белдерҙеләр.