Урындағы инициативаларҙы бойомға ашырыу проекты буйынса дөйөм йыйылыштан алдағы  йыйылыштар үтеүен дауам итә.

Был юлы проект буйынса аңлатыу эштәре Һарғая ауылының ҡурсаулыҡ һәм почта хеҙмәткәрҙәренә  еткерелде.

lSYgZmC11JU RYZLIc0REKk

 

                           Йыйылыштар үтте

    Ҡолғана ауыл биләмәһендә урындағы инициативаларҙы бойомға ашырыу проекты буйынса дөйөм йыйылышҡа тиклемге йыйылыштар үтеп тора.

Коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле, был йыйылыштар дөйөм санитар ҡағиҙәләргә ярашлы шарттарҙа үткәрелә.

Алдан үткәрелгән тағы бер йыйылыш ситтән тороп (өйҙәргә йөрөп) үткәрелде. Был йыйылыштарҙа тәҡдим ителгән анкетала халыҡтың күпселеге мәктәпкә ремонт эштәре башҡарыу, юлдарҙы төҙөкләндереү тәҡдимдәрҙә бар.

5isjxJRN_4Y oodNLGHByN4xJp1Du5Tbo8-RzUNGNn3Ho

 

 

Һарғая ауылының башланғыс мәктәп филиалында урындағы инициативаларҙы бойомға ашырыу проекты буйынса дөйөм йыйылышҡа тиклемге йыйылыш үтте.

Ауыл биләмәһе башлығы И.М. Ҡулбирҙин  хеҙмәткәрҙәрҙе проекттың программаһы менән таныштырҙы. Коллектив проектта ҡатнашырға тигән теләктә ҡалды һәм мәктәпкә ремонт эштәре башҡарыу , ауылда урамдарҙы яҡтыртыу мәсәләһен күтәрҙеләр.

Хакимиәт башлығы был тәҡдимдәрҙе дөйөм йыйылышта ла еткереүҙәрен һораны.

BbTBXasUi8w

Запись опубликована в рубрике Без рубрики. Добавьте в закладки постоянную ссылку.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *